07:14 (UTC+5), 15 Декабря 2021

Башҡорт теле көнөндә Өфөлә «Тамға» башҡорт милли кейеме конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡорт теле көнөндә Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Проект һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙең исемдәре билдәле булды һәм бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Еңеүселәр «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре» һәм «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияларында билдәләнде. Бынан тыш, социаль селтәрҙә «Тамға» халыҡ-ара конкурсы төркөмөндә ойошторолған тауыш биреү йомғаҡтары буйынса финалсылар араһында «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе иғлан ителде.

«2020 йылда конкурс эштәре араһында стилләштерелгән, сәхнә костюмдары күберәк булһа, быйыл «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция» һәм «Балалар кейеме» номинацияларында күберәк эштәр алдыҡ. Был – оҫталарҙың, былтырғы лауреаттарҙың әүҙем эше һөҙөмтәһе. Йыл дауамында республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт милли кейемен һәм уларҙың элементтарын тегеү буйынса бик күп оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды», —  тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.

Эштәр араһынан жюри ағзалары 38 йәшлек Артур Батыршиндың «Башҡорт милли кейеме — реконструкция» номинацияһындағы эшен баһаланы. Ул билдәле фотограф Сергей Михайлович Прокудин-Горскийҙың 1910 йылдың йәйендә Ҡатаутамаҡ эргәһендә төшөрөп алған «Башҡорт уҡсыһы» фотоһүрәтенән кейем-һалым һәм элементтар реконструкцияһын тәҡдим итте. Фотола традицион ҡара сәкмән, киң ыштан, сабата һәм кейеҙ эшләпә кейгән башҡорт һүрәтләнгән.

«Мин «Киске Өфө» гәзитендә эшләйем, бишенсе йыл дизайн менән шөғөлләнәм, «Мәргән уҡсы» хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашам. Башта мин тәүге сығанаҡты өйрәндем, фото бик сифатлы, башҡорттарҙың тәүге төҫлө фотоһүрәттәренең береһе. Америка Ҡушма Штаттары Конгресы китапханаһында һаҡлана, мин уны интернетта күреп ҡалдым. Тормош иптәшем дә кейем-һалым менән шөғөлләнә, был сәкмәнде етендән тектек. Бөтә элементтарҙы ла тап килтерергә тырыштыҡ. Уҡсының аксессуарҙары араһында — фонарь, сигнал флагтары, рупор», — ти Артур Батыршин.

«Балалар кейеме» номинацияһында еңеүселәр:

III место — Иҫәкәева Зәлиә (Силәбе өлкәһе) һәм Ҡурамшина Гөлназ (Мәскәү); II урын — Искәндәрова Гүзәл (Ҡырмыҫҡалы районы), I урын — Насирова Зөлфиә (Өфө).

«Заманса автор костюмы» номинацияһында еңеүселәр:

III урын — Тажетдинова Гөлнара (Сибай) һәм Краснова Зөлфиә (Туймазы районы); II урын — Исхаҡова Альбина (Өфө), Лякина Констанция һәм Моталова Айгөл (Өфө); I урын — Юлдашбаева Роза (Өфө).

«Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында еңеүселәр:

III урын — Махнёва-Метусова Мария (Өфө); II урын — Әбсәләмов Ришат (Өфө); I место — Шахаев Марат (Өфө).

«Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция» номинацияһында еңеүселәр:

III урын — Шәйәхмәтов Илдар (Өфө), Хөсәйенова Гөлсөм (Өфө) һәм Аҡбулатова Дилара (Өфө); II урын — Вәлиева Ғәбиҙә (Өфө), Дәүләтова Хәмдиә (Ғафури районы) һәм Әхтәмова Сәйҙә (Балаҡатай районы); I урын — Батыршин Артур (Өфө) һәм Ғәлиуллина Айгөл (Өфө).

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото: Валерий Шахов
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика