Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2021, 10:12

Өфөлә Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре бүләкләнә

14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, «Фабрика» - АРТ-Квадрат дизайнерҙар универмагында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре бүләкләнә һәм иң яҡшы этно-дизайнерҙарҙың эштәре күрһәтелә.

Ҡунаҡтарҙы «Тамға» конкурсының уҙған йылғы лауреаттары эштәренән күргәҙмә, халыҡ кейеме элементтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Популяр йырсы Зилиә Бәхтиеваның «Мин башҡортса һөйләшәм» йырына клиптың исем туйы була, был клипты төшөргәндә авторлыҡ эштәре менән «Тамға» конкурсы финалсылары ла ҡатнашты.

Еңеүселәр «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли биҙәүестәре» һәм «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары» номинацияларында билдәләнә. Еңеүселәр иһә дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнә.

Конкурстан тыш башҡорт костюмын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн махсус бүләктәр һәм дипломдар тапшырыла. Шулай уҡ «Тамға» конкурсының Бәйләнештәге төркөмөндә финалсылар араһында тауыш биреү юлы менән «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе билдәләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл конкурс сентябрь башында старта алды. Һайлап алыу туры онлайн рәүештә уҙҙы. Ике көн дауамында жюри конкурсанттарҙың эштәрен баһаланы. Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Башҡортостандан 200-гә яҡын ғариза һәм 1020 эш ҡабул ителде. 2020 йылда конкурс эштәре араһында стилләштерелгән, сәхнә костюмдары күберәк булһа, быйыл иһә «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция» һәм «Балалар кейеме» номинацияларында эштәр күберәк.

Конкурс эштәрен яҡлау, «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финал туры 14 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Йомғаҡлау турында 36 автор – һәләтле оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ҡатнашты.

Тура трансляция PRO.Культура.РФ платформаһында һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube-каналында күрһәтелә (https://youtu.be/pFLR_0QR5Z8).

Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-337-04-96.

Читайте нас: