11:19 (UTC+5), 01 Декабря 2021

Республикала татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың китабы башҡорт телендә донъя күрҙе

Альмира Давлетбаева

Өфөлә татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың «Гипнозсы малай» тигән китабы башҡорт телендә донъя күрҙе. Тәржемәсеһе — Айгиз Баймөхәмәтов, рәссамы  — Альбина Таҡалова. Йыйынтыҡҡа мәктәп уҡыусылары өсөн мауыҡтырғыс хикәйәләр тупланған.

«Рөстәм Ғәлиуллиндың әҫәрҙәре ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, — тип билдәләне тәржемә авторы, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов.  — Икенсе яҡтан, әҙәбиәт һәр саҡ беҙҙең халыҡтар араһында дуҫлыҡ күпере булды. Рөстәм Ғосман улы — Татарстанда башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыуға күп көс һалған талантлы яҙыусыларҙың береһе».

Рөстәм Ғәлиуллин (1987) — билдәле татар прозаигы, Муса Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, «Казан утлары» журналының баш мөхәррире.

1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика