10:47 (UTC+5), 01 Декабря 2021

Өфө «Нур» татар театры үҙенең 30 йыллығын байрам концерты менән билдәләй

4 декабрҙә Өфө «Нур» татар театры үҙенең 30 йыллығын «30 йыл бергә!» тигән байрам концерты менән билдәләй. Тантаналы сараға Башҡортостандың һәм Татарстандың, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең театрҙары саҡырылған. «Нурҙар» ошо иҫтәлекле көндә рәсми кешеләрҙән, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән, театрҙы асыуҙа ҡатнашҡандарҙан, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән, хеҙмәттәштәренән, билдәле артистарҙан ҡотлауҙар ҡабул итә.

Һәр кем яратҡан театрын 30 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлау мөмкинлегенә эйә. Ҙур залдың фойеһында ойошторолған мөйөштә изге теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре яҙылған открыткалар, хаттар ҡалдырырға мөмкин. Кисәнең бер өлөшө коллективты рәхмәт хаттары һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләүгә арнала.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика