Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2021, 15:07

Өфөлә ғалим-филолог Флорида Фазылова ҡапыл вафат булды

Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Флорида Сәлим ҡыҙы Фазылова ҡапыл вафат булды. Уға 59 йәш ине.

Флорида Фазылова башҡорт шиғриәте өлкәһендә белгес, Мостай Кәримдең 11 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығын төҙөүсе, ғалим-тикшеренеүсе булды.

«Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында бергә уҡыныҡ, курсташтар, биш йыл буйына бер дөйөм ятаҡта йәшәнек. Кисә генә күрҙем, йылмайышып һаулыҡ һораштыҡ. Ике улы ҡалды. Йәненә тыныслыҡ. Туғандарына һәм яҡындарына көс һәм сабырлыҡ теләйем», — тип яҙҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Читайте нас: