12:59 (UTC+5), 30 Ноября 2021

Өфөлә ХIV «Башҡорт шәле-2021» фестиваль-конкурсы ойошторола

Өфөлә башҡорт шәле оҫталарының республика фестивале була. 30 ноябрҙә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында эштәрҙе ҡарау һәм баһалама ағзаларының фекер алышыуы ойошторола.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Фестиваль-конкурс  «Башҡорт дебет  шәле», «Селтәрле шәл» һәм «Туҡылған башҡорт шәле» номинацияларында уҙғарыла, тип хәбәр итте республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондары оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим итә. Ғәҙәттәгесә, фестивалдә оҫталар «Башҡорт шәленең реклама ролигы» команда ижади конкурсында ҡатнаша. Быйыл ул онлайн-форматта үткәрелә, эштәрҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин: https: / / vk.com / rcntufa.

2-4 декабрҙә ВДНХ-ЭКСПО комплексында «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә башҡорт дебет шәле күргәҙмә-йәрминкәһе була, шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың эштәре һатыла.  4 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә.

Ҡатнашыусыларҙың эштәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары, жюри рәйесе Нәфисә Тулыбаева, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Хөсәйенова, «Башҡорт дебет шәле» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алһыу Әбсәләмова һәм башҡалар баһалай.

Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика