10:46 (UTC+5), 25 Ноября 2021

«Сулпылар» телеконкурсы финалы һәм Гала-концерты: Өфөлә яңы йондоҙҙар ҡабынды

Сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә уҙҙы.

— Бөгөн ошо сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙҙар-малайҙар киләсәктә Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәтен бөтә донъяға танытыр. Һеҙҙең ихлас сығышығыҙҙы тыңлағанда ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Рәхмәт һеҙгә, балалар! — тине күренекле композитор, «Сулпылар» конкурсының жюри ағзаһы Рим Хәсәнов, Стәрлетамаҡтан 10 йәшлек Рамазан Биккининға Гран-при тапшырып.

— Бөгөн балалар етди репертуар башҡарҙы. Йәш таланттарҙың халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк биреүенә шатмын, — тип тәьҫораттары менән бүлеште йырсы Нәзифә Ҡадирова. — Нисәнсе йыл инде «Сулпылар» конкурсында жюри булараҡ ҡатнашам, балаларҙың беренсе турҙан финалға тиклем үҫеүен күрәм. Уларҙың һәләте, маҡсатҡа ынтылышы миңә көс-дәрт бирә.

Жюриҙа шулай уҡ билдәле йырсы, «Юлдаш плюс» йәштәр интернет-радиоһы етәксеһе Илнур Рамазанов, Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, «Мираҫ» ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина эшләне.

Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева балаларға махсус бүләктәр тапшырҙы.

— Туған телендә йырларға теләгән балаларға, уларға ярҙам иткән ата-әсәләргә, уҡытыусыларға рәхмәт белдерәм, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Беҙҙең ихлас, талантлы баһалама ағзаларына рәхмәт. Проекттың режиссеры Гөлсәсәк Игебаева, мөхәррир Зөлфиә Байбулатова һәм «Тамыр»ҙың ижади төркөмө балалар һәләттәрен күрһәтеүҙән тыш, турҙан-турға тәжрибә туплай алһын өсөн барыһын да эшләне. Көмөш «Сулпылар» 29-сы йыл сыңлай икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк!
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика