Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2021, 11:11

Өфөлә XI «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы лауреаттары бүләкләнде

Өфөлә «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл конкурстың 3-сө турына 35 ғариза үтте. Башҡортостандың һәм Татарстандың район-ҡалаларынан ҡатнашыусылар килде. Конкурста шулай уҡ Н. Жиганов исемендәге Ҡазан консерваторияһы студенты, Азербайжан вәкиле Нахида Ахвердиева һәм «Тауыш.Балалар» шоуы финалсыһы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.

«Бына бер нисә йыл инде беҙ «Иҙел»дә сығыш яһарға хыялландыҡ. Былтыр пандемия арҡаһында конкурс өлөшө булманы, быйыл иһә шатланып ғариза бирҙек», ти конкурсҡа ҡустыһы менән килгән Сәйҙә Мөхәмәтйәнова.

Ҡыҙ «Татар халыҡ йыры» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исемен яуланы. Өфө сәхнәһендә ул «Һаҡмар һыуы» йырын башҡарҙы.

Шулай уҡ «Башҡорт халыҡ йыры», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр», «Иң яҡшы дуэт йәки коллектив», «Балалар номинацияһы» номинацияларында лауреаттар билдәләнде.

Быйыл мөһим яңылыҡ индерелде: жюриҙа уҙған йылдарҙа лауреат исеменә лайыҡ булған Зилиә Бәхтиева (2013 йыл), Рәфис Сирусин (2014 йыл) эшләне.

«Был проект бөтә ҡатнашыусылар өсөн ҙур ғаилә булып тора. Ойоштороусылар конкурсанттар тураһында хәстәрлек күрә. Уларҙы йыл да ихлас ҡаршы алалар. Конкурста ойоштороу өсөн аҡса түләү ҙә, торлаҡ һәм туҡланыу тураһында хәстәрлек күреү ҙә талап ителмәй. Бөтә сығымдарҙы ойоштороу комитеты үҙ өҫтөнә ала. Ә ҡатнашҡан өсөн барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла», тип билдәләне Рәфис Сирусин.

Шулай уҡ жюри составында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Татарстандың халыҡ артисы Мөнир Яҡупов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев һәм башҡалар бар.

Заһир Хәкимов Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы исеменән конкурс директоры Лилиә Бәҙәмшинаға рәхмәт белдерҙе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың рәхмәт хатын тапшырҙы, Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигиндан Хөкүмәт телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.

«Конкурста ҡатнашырға теләгәндәрҙе Бәйләнештәге төркөмөбөҙҙө күҙәтеп барырға саҡырабыҙ. Ғаризалар башлыса март-апрель айҙарында ҡабул ителә башлай. Ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар, аудио-, видео-материалдар ебәрергә кәрәк. Ҙур ғаиләбеҙҙә йәш таланттарҙы көтәбеҙ!» тип билдәләне конкурстың координаторы Диана Байтурина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр проект үҙенең 10 йыллығын билдәләне. 2020 йылда конкурс өлөшө булманы, ә уның урынына юбилей уңайынан гала-концерт үтте.

Читайте нас: