12:44 (UTC+5), 17 Ноября 2021

Өфөлә күренекле актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйҙәр

Юбилей саралары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙа.

«26 ноябрҙә беҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған актер һәм режиссер Олег Хановтың юбилейын билдәләйбеҙ. Көндөҙгө сәғәт 4-се 30 минутта ул театр фойеһында ҡотлауҙар ҡабул итә, Сергей Есениндың «Анна Снегина» поэмаһын уҡый. Киске 7-лә «Ҡыҙ урлау» спектакле күрһәтелә, ул унда төп ролдәрҙең береһен башҡара», — тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.

11 августа Олег Хановҡа 70 йәш тулды. Ижади биографияһы уның ҡабатланмаҫ ижади стилен булдырған төрлө ваҡиғаларға бай: иңендә ҙур актерлыҡ тәжрибәһе, режиссерлыҡ ижады, административ һәм художество етәкселек эшмәкәрлеге. 1973 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай, 2012-2019 йылдарҙа театрҙың художество етәксеһе була. Актер Олег Ханов башҡорт, рус һәм донъя драматургияһы әҫәрҙәрендә сағыу ролдәр тыуҙырҙы. Режиссер булып эшләгәндә Рәсәй, сит ил һәм милли драматургия буйынса төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарҙы.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика