17:14 (UTC+5), 10 Ноября 2021

Өфөлә Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар күңелле «Арба»ға саҡыра

Егет һәм хан ҡыҙы, батыр һәм Аждаһа, Юха һәм Шайтанға әүерелгән меҫкен егет – өс мөғжизәле әкиәт персонаждары, илгиҙәр актерҙар Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың күңелле «Арба»һында ауылдар һәм ҡалалар буйлап йөрөй. 11 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә һәм 1-ҙә улар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҙур сәхнәһенә килә.

Бында балалар өсөн спектаклдең премьераһы була, артистар менән бергә йырларға, бейергә мөмкин. Ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов.

Ҡуйыусы төркөмдә: ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор –  Диләрә Ғәбитова (Мәскәү ҡалаһы), музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф – Александр Родионов.

Премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов һәм Илгиз Таһиров, театр актерҙары Лилиә Исҡужина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Салауат Юлдашбаев, Шәһит Хамматов, Зөлхизә Абдуллина, Гөлсәсәк Зарипова, Зәриә Моратова, Әбйәлил Үтәбаев сығыш яһай.   

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика