12:52 (UTC+5), 09 Ноябрь 2021

Өфөлә «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы тапшырыла

Заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре 3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы менән бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

Награда үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырыла.

2020–2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелгән. Был юлы «Ҡурай даны» икенсе милли телепремияһы 9 номинацияла уҙғарыла:

«Ер кешеһе»,

«Һөнәр оҫтаһы»,

«Эшлекле ханым»,

«Ҡул оҫтаһы»,

«Ижади ғаилә»,

«Миһырбанлы ғаилә»,

«Спорт ғаиләһе»,

«Йыл тренеры»,

«Йыл режиссеры».

Премияның төп принцибы — еңеүселәрҙе объектив һайлап алыу. 2020-2021 йылдарҙа «Ҡурай» телеканалында тамашасыларҙы номинанттарҙың һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыға. «Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын телетамашасылар һайлай — еңеүселәр интернетта тауыш биреү юлы менән билдәләнә.

«Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылды. Төп маҡсаты — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, үҙенсәлекле һәм хәҙерге мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика