08:47 (UTC+5), 09 Ноября 2021

БашҡортСофт: башҡорт телен һаҡлау проекты алып барыусы Наил Юнысовтың тауышы менән һөйләй

Ләйлә Аралбаева

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Bashkortsoft проектын башлап ебәрҙе. Ул тотош һөйләмдәрҙе башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемәләй. Проект танылған алып барыусы Наил Юнысовтың тауышы менән һөйләй. Башҡорт-рус һәм рус-башҡорт тәржемәсеһе —  https://bashkortsoft.ru/ веб-сервисында.

«Проект башҡорт телендәге текстар, тәржемәләр менән эшләгәндәрҙең барыһы өсөн лә файҙалы. Онлайн-тәржемәсе ҙур текстарҙы тәржемәләй, һүҙлек, тәржемәне тауышландырыу бүлеге бар. Руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға онлайн-тәржемәселәр булмағас, әҙерләй башланыҡ. Хәҙерге ваҡытта онлайн-тәржемәсе һынау режимында эшләй, асыҡланған хаталарҙы төҙәтәбеҙ. Әлегә тәржемәсенең сифаты яҡынса 70 процент тәшкил итә. Параллель текстар ни тиклем күберәк, тәржемәсе лә сифатлыраҡ була», — тине фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге бер төрлө материалдарҙы йыйып эшкәртеү дауам итә. Йәмғеһе 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртелгән. 

«Наил Юнысов тауышы менән башҡорт телендәге теләһә ниндәй тексты яңғыратырға һәләтле компьютер программаһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булышлығында булдырылды. Синтезаторҙы bashkortsoft.ru рус-башҡорт тәржемәсеһе сайтында һынап ҡарарға мөмкин. Сайтҡа инеүселәрҙең текстың башҡорт телендәге тәржемәһе нисек яңғырауын тыңлау мөмкинлеге бар», — ти сайтты төҙөүселәрҙең береһе Айҙар Хөсәйенов.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды был проектты тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышана.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика