Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2021, 11:15

Өфөлә йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе телевизион конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Башҡорт композиторҙарының 12 әҫәре, 12 финалсы, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенең 12 өмөтө: «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе телевизион конкурсы уҙҙы.

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Тарих йылына арналды һәм ай дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалының киске эфирында күрһәтелде. 8-14 йәшлек конкурсанттар башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен генә башҡарҙы. Улар өс турҙы үтте: һайлап алыу (видеояҙмалар буйынса), телевидение студияһында конкурс туры һәм оркестр оҙатыуында финал. Конкурсанттарҙың сығышын компетентлы жюри: Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова баһаланы.

Финал йомғаҡтары буйынса дүрт музыкант беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, уларҙың өсәүһе — Өфөнөң Урта махсус музыка колледжы тәрбиәләнеүселәре. Әйтәйек, игеҙәктәр Сәйҙә Бигаева (флейта) һәм Изида Бигаева (виолончель) — Гүзәл һәм Илдар Бигаевтарҙың музыка династияһын дауам итеүселәр. Фортепиано номинацияһында беренсе урынды — күренекле педагог Татьяна Погодина класы уҡыусыһы Камилә Хәмиҙуллина, Халыҡ уйын ҡоралдары номинацияһында Күмертауҙан ҡурайсы Иҙел Тунников (уҡытыусыһы Дим Асаинов) яуланы.

Икенсе дәрәжә лауреаттары: Эвелина Ғәзизова (фортепиано), Валерия Емелина (флейта), Суфия Нурлыева (ҡурай), Мария Моторина (скрипка). Артур Ситдиҡов (фортепиано), Сафия Хәзетдинова (борғо), Ильяс Имамов (баян), Ксения Горбунова (скрипка) өсөнсө дәрәжә лауреаттары булды.

Тамашасылар башҡорт композиторҙарының байтаҡ әҫәрҙәрен тыңланы, уларҙың ҡайһы берҙәре күпселек тамашасы өсөн тәүгә яңғыраны. Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Айрат Кәримов, Илдар Хисаметдинов, Әлфиә Хәбирова, Бәхти Ғайсин арияларын көйгә һалыу күп тыңлаусылар өсөн асыш булды. Сығыштар Башҡортостандың Милли симфоник оркестры оҙатыуында яңғыраны.

Йәш музыканттарҙы Башҡортостан Башлығы һәм хөкүмәте исеменән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне. Уларҙы Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, «Башҡортостан» ТРК-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов һәм «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина ҡотланы.

«Елкән» беренсе телеконкурсы йәш музыканттарҙың башҡарыуы аша башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш бирҙе, музыка аша республиканың тарихы, күренекле композиторҙарыбыҙҙың ижады хаҡында һөйләне, — тине Гөлназ Ҡолһарина. — Һеҙҙе тариха ваҡиға менән ҡотлайым».

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы.

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: