04:25 (UTC+5), 12 Октября 2021

Башопераның баш дирижеры «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артем Макаров «Герцогиня.G». опереттаһын ҡуйған өсөн «Иң яҡшы дирижер» номинацияһында «Театрҙың музыкаль йөрәге» премияһына лайыҡ булды.
Награданы тапшырыу тантанаһы Максим Дунаевский етәкселегендә 11 октябрҙә Новосибирск опера һәм балет академия театрында уҙҙы. Унда 18 конкурс һәм дүрт махсус номинацияла еңеүселәр билдәләнде.
«Театрҙың музыкаль йөрәге» репертуарындағы тик музыка-драматик спектаклдәре менән илдәге киң аудиторияға арналған беренсе һәм берҙән-бер театр проекты булып тора. Унда рок-опералары, мюзиклдар, оперетталар, музыкаль комедиялар, опера-драмалар, саундрамалар, лайт опералары ҡуйыла.
«Награда алыу һәр ваҡытта күңелде күтәрә. Ж.Оффенбахтың «Герцогиня.G» спектакле буйынса Новосибирскиҙә «Театрҙың музыкаль йөрәге» фестивалендә «Иң яҡшы дирижер» лауреаты булдым. Жюриға һәм постановкала ҡатнашҡан һәр береһенә рәхмәт! – тине аҙаҡтан Артем Макаров.
Был милли фестиваль һәм премияны тапшырыу Мәҙәни инициативаларҙың президент фонды, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Новосибирск өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы һәм «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы ярҙамында уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика