08:05 (UTC+5), 08 Октября 2021

Баш ҡалала журналистар Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

Айрат Нурмөхәмәтов
Ләйлә Аралбаева
Бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто янында яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.
Уның тыуған көнө алдынан ойошторолған сарала республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң медиа-директоры Айнар Байбулатов, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Вәдүт Исхаҡов Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошоноң мөһим мәлдәренә туҡталып үтте, башҡорт журналистикаһы тарихында уның шәхесенең әһәмиәтен билдәләне. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаттары исеменән «Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров сығыш яһаны. Республикала 30 йылдан ашыу тапшырылып килгән журналистар премияһын беренселәрҙән булып алғандарҙың береһе булараҡ, ул үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йыл ғына йәшәһә лә (1896 — 1924), исеме республика йылъяҙмаһына яҙылған. Ул бик ҡатмарлы тарихи осорҙа йәшәгән һәм эшләгән, республика дәүләтселеген булдырыу эшен алып барған, тыуған Башҡортостаны сәскә атһын өсөн бөтә көсөн, ғүмерен биргән. Шәһит Әхмәт улының Башҡорт телен тормошҡа ашырыу буйынса комиссия рәйесе булараҡ та хеҙмәте ҙур. Ул башҡорт теленә республиканың дәүләт теле статусын биреү буйынса күп эш башҡара. Мөһим дәүләт эштәре менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, әҙәби ижад өсөн дә ваҡыт таба. Бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған әҫәрҙәрендә Башҡортостандың ысын патриоты булып сығыш яһай.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика