05:42 (UTC+5), 07 Октября 2021

Башҡортостанда XVI быуаттың сәйәси эшмәкәре Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Тәтешле районында XVI быуатта йәшәгән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр сәйәси эшмәкәр, Ирәкте башҡорттары вәкиле Иҫән ханға мемориаль комплекс асылды. Ҡәбер өҫтөндә көмбәҙ формаһында металдан сүкеп яһалған мемориаль комплекс эшләнгән, ошо урын тәртипкә килтерелгән,тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Проект Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары араһында уҙғарылған конкурста еңеп сыҡты. Уның дөйөм хаҡы — 785 мең һум.
Шул уҡ көндә Өфөнән һәм Пермдән килгән билдәле ғалимдар ҡатнашлығында «Беҙ – Иҫән хан вариҫтары» фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Конференцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов асты. Тәтешле халҡы алдында билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, «Без башкортлар» хәрәкәте лидеры Радик Бәхтиев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз-ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Арғымак» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡурайҙа сәләмләне.
«Иҫән хан шәжәрәләр һәм тәүарихтар нигеҙен тәшкил иткән Ирәкте ырыуы риүәйәттәре геройы булып тора. Шулай уҡ был шәхес данлыҡлы башҡорт шағиры, суфый Ғәли Соҡоройҙоң (1826-1889) һәм уның улы, башҡорт мәғрифәтсеһе, публицист һәм тарихсы Ғарифулла Кейековтың (1861-1918) әҫәрҙәрендә лә киң сағылыш тапҡан. Ирәктеләр, башҡорт халҡының ҡеүәтле һәм ҙур Табын ырыуынның бер бүленеше булараҡ, Майҡы бейҙең нәҫеленә барып тоташа. Ирәктеләрҙең ата-бабалары элек-электән Алтын Урҙа, шибан (үзбәк), Себер, Ҡазан хандарына хеҙмәт иткән. Быуаттарҙан килгән хәрби традициялар, нәҫел затлылығы, тархан титулдары, аҫабалыҡ хоҡуғы уларға ырыу тарихын яҙма теркәү мөмкинлеген биргән», — тип һөйләне тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин.
Ҡыйыу, тәүәккәл һәм сәйәси йәһәттән алдынғы ҡарашлы булыуы арҡаһында Иҫән бей Көнбайыш Башҡортостандың башҡа бейҙәре араһында беренселек яулаған. Шуға ла уны хандарҙың ханы тип билдәләгәндәр. Ошо атамаһы менән ул тарихҡа инеп ҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика