09:11 (UTC+5), 01 Октября 2021

Рәми Ғарипов хаҡында фильм төшөрөүселәр шиғриәт, йыр-моң һәм кино кисәһен әҙерләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Шағир көндәлеге» фильмының ижади төркөмө һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған «Килер бер көн...» шиғриәт, йыр-моң һәм кино кисәһенә саҡыра. Концерт 14 октябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.
«Тамашасылар тәүгеләрҙән булып «Шағир көндәлеге» нәфис фильмының кадрҙарын ҡарай ала, — тип хәбәр итте проекттың матбуғат секретары Гөлнара Яруллина. — Билет һатып алған һәр кемдең исеме Рәми Ғарипов тураһында фильмдың титрҙарына яҙыла. Концертҡа килегеҙ, фильм төшөрөүгә ярҙам күрһәтегеҙ! Халыҡ шағирына – халыҡ фильмы!».
Республиканың билдәле артистары һәм коллективтары башҡарыуында шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре яңғырай. Кисәлә легендар «Дәрүишхан», «Карауанһарай» төркөмдәре, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәрүәз Урманшин, Азат Йыһаншин, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Фәттәхов ҡатнаша. Йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры һәм Рус драма театры актерҙары халыҡ шағирының шиғырҙарын яттан һөйләй.
«Әлеге ваҡытта «Шағир көндәлеге» фильмына көй яҙыу өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип һөйләне Булат Йосопов. — Фильмдың премьераһы шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан 2022 йылдың февраленә тәғәйенләнгән. Төп прокатҡа 2022 йылдың сентябрендә сыға, ә прокатҡа тиклем фильмды төрлө фестивалдәрҙә күрһәтергә йыйынабыҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1652574-sozdateli-filma-o-poete-rami-garipove-gotovyat-vecher-poezii-muzyki-i-kino/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика