07:25 (UTC+5), 01 Октябрь 2021

Өфөлә башҡорт сәхнәһе легендаһы Фидан Ғафаров үҙенең концерттарына саҡыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡорт сәхнәһе легендаһы, актер һәм йырсы Фидан Ғафаров үҙенең концерттарына саҡыра. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының күренекле актеры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы ижади эшмәкәрлегенә 55 йыл тулыуҙы билдәләй.
Концерттар 12 һәм 13 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә була. Фидан Ғафаров коллегалары, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров һәм башҡалар менән дуэттар башҡара. Шулай уҡ улы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров һәм ҡыҙы Самира йырлай. Концертты Милена Сираева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев алып бара.
Кисәнең сценарий авторы Динара Ҡәйүмова һөйләүенсә, программала тамашасыларҙың яратҡан йырҙары — «Ҡыҙыл паша» спектакленән «Бик һағындым һине, тыуған илем!», «Бергә йәшәү – бүләк», «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгел» һәм башҡалар яңғырай. Бер нисә яңы йырҙың премьераһы әҙерләнә. Актер үҙенең тормошо һәм ижады тураһында үҙе һөйләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика