08:46 (UTC+5), 27 Сентября 2021

Өфөлә яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатыны тураһында спектаклдең премьераһы булды

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының гастролдәре ҙур аншлаг менән үтте. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Киҫәкбикә. Риүәйәт» спектакленең премьераһы булды. Михаил Башкиров үҙенең пьесаһын Мәрйәм Бураҡаеваның хикәйәһенә нигеҙләнеп яҙған.
Легендала XVIII быуатта йәшәгән Киҫәкбикә Байрасованың фажиғәле яҙмышы тураһында һүҙ бара. Төп герой — көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡан өсөн 60 йәшендә яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатыны.
Спектаклде Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Манджиев сәхнәләштергән.
«Әҫәрҙең рухы – баш бирмәҫ Киҫәкбикә образы әсәйемдең хикәйәһенән ҡалғандыр, моғайын. Ул Катерина исеме менән йәшәргә теләмәйенсә, ирекле Киҫәкбикә булып үлә. Михаил Башкиров әсәнән хатта улдарының да баш тартыуы, яҡташтарының да уны ғәйепләүе тураһында ҙур хикәйәт ижад итә алған. Ғөмүмән, Борис Манджиев, көсләп суҡындырыу, халыҡты колонизацялау хаҡында яҡшы белгән Михаил Башкиров менән ошо теманы һаҡ ғына, символик рәүештә асып бирҙе, актерҙар ҙа көсәнмәйенсә, артыҡ хис-тойғоһоҙ, ҡайҙа кәрәк, шунда ғына хисләнеп уйнаны», — тип билдәләне драматург Зөһрә Бураҡаева.
Төп ролде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова башҡарҙы һәм рухлы башҡорт ҡатынының ихтыяр көсөн күрһәтеүгә өлгәште. Стәрлетамаҡта спектаклдең премьераһы һәм актрисаның юбилей бенефисы 8 октябрҙә була.
«Петербургтан серле кәңәшсе» ролендә сығыш яһаған Марат Зөбәйеровтың, Рәсил Сынбулатовтың (Сынбулат — Василий), Ирек Ибраһимовтың (Нәҙерша — Иван), Илнур Аджитаровтың (Аҡсура — Пётр), Әлиә Зарипованың (Ангелина) һәм башҡа актерҙарҙың сағыу эштәре тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды. Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина (Мәскәү), композитор – Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Аркадий Манджиев, пластика буйынса режиссер – Рәмизә Мөхәмәтшина, костюмдар буйынса рәссам – Наталья Степанова.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика