06:42 (UTC+5), 24 Сентября 2021

«Йыл ғаиләһе» фильмы Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Кисә Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә башланы. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала хәбәр итте.
Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе – ябай, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙәге меңәрләгән башҡа ғаилә кеүек. Уларҙың иҫке генә автомобиле бар, маҡсаттары – конкурста еңеп, аҡса отоу. Табыш артынан ҡыуып, улар бер-береңде хөрмәт итеү, йылы мөнәсәбәттәр, кешелектең төп ҡиммәттәре тураһында онота.
«Фильмды республиканың күркәм урындарында – Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөргәндәр. Айнур Асҡаров менән «Башҡортостан» киностудияһы фильмдар өсөн урындарҙы республикабыҙҙа эҙләй, шуның өсөн уларға рәхмәтлемен. Актерҙар ҙа – үҙебеҙҙекеләр, — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы. — Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров фильмда ғаилә башлығын уйнай. Уның геройы Алмас Рәхмәтуллинды уңышһыҙлыҡтар һағалап торһа ла, ул ғаиләһен ныҡ ярата. Балаларҙы ла беҙҙең уҡыусылар һәм студенттар башҡарҙы».
Фильмды «Асҡарфильм» компанияһы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан киностудияһы заказы буйынса Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй кинематографистар союзының төбәк бүлексәһе ярҙамында төшөргән.
«Үҙебеҙҙең, Башҡортостандың, сағыу һәм заманса фильмотекаһы формалашты: «Өс таған, «Һеңлекәш», «Өфөнән – һөйөү менән» һәм башҡалар. Хәҙер бына «Йыл ғаиләһе» лә өҫтәлде. Бөтәбеҙҙе лә ҡотлайым һәм авторҙарға артабан да ижади уңыштар теләйем!» — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм рус телендә комедиялы фильм-сәйәхәт жанрында төшөрөлгән. «Башинформ»дың фильмды премьера алдынан күрһәтеү тураһында репортажын һылтанма буйынса уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика