15:11 (UTC+5), 24 Сентября 2021

Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ринат Йоносов үҙенсәлекле сувенирҙар эшләй. Үҙенең магниттарында оҫта Өфөнөң һәм республиканың иҫтәлекле урындарын һынландыра. Рәссамдың илһам сығанағы — милли мотивтар, шулай уҡ башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары. Сувенирҙар эшләү менән ул 10 йыл самаһы элек шөғөлләнә башлаған. Оҫта Мәскәүҙә аяҡ кейеме дизайнерына уҡып сыҡҡан. Шунда рәссам-миниатюристар менән танышып киткән, улар Ринатҡа өҫтәмә һөнәрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән. 1987 йылда уҡыуын тамамлаған Ринат Мәскәүҙә эшләгән, аҙаҡ Өфөгә күсенгән. 2010 йылға тиклем оҫта һөнәре буйынса эшләп йөрөһә лә, 2000 йылдар башында уҡ сувенирҙар әҙерләү менән мауыҡҡан.
Оҫтаның эштәре араһында үҙенсәлекле әйберҙәр күп. Әйтәйек, магнит-тирмә. Был сувенирға тауыш датчигы ҡуйылған. Ҡул сапҡанда эсендә лампочка яна. Ут һүнһен өсөн тирмәгә өрөргә генә кәрәк. Өфө оҫтаһының магниттары коллекционерҙарҙа, шул иҫәптән сит илдәрҙә бик популяр. Улар түҙемле генә үҙ сәғәтен көтә. Оҫта үҙенең эштәрен социаль селтәргә һала.
«Черниковка өсөн магнит — ике һигеҙ ҡатлы йорт эшләргә теләгәйнем, эскизда ул бар, ә ысынында әлегә юҡ», — тип ниәттәре менән уртаҡлаша Ринат.
Хәҙер Ринат яңы материалдарҙы һәм технологияларҙы ҡуллана башларға уйлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика