10:07 (UTC+5), 24 Сентябрь 2021

Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
28 сентябрҙә Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре башлана. Башҡортостандан Силәбегә ҙур делегация сәфәргә сыға, тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғаты.
Саралар Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары, Силәбе ҡалаһында 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем ойошторола. Проект сиктәрендә төрлө форматтағы осрашыуҙар, саралар ҡаралған: башҡорт милли үҙаңын һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыу, туған телде өйрәнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу буйынса уҡытыу-методик консультациялар, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ижади оҫтахана, халыҡ бейеүҙәре, вокал, халыҡ ижады, милли уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
30 сентябрь сараларға бай булмаҡсы. Хәлит ауылы мәктәбендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы йәш быуынға үҙ программаларын тәҡдим итә. Тамырҙар башҡорт телендәге «Нурбостан» йәнһүрәтен күрһәтә, «Ғаилә тамырҙары» исемле фотосессия ойоштора. «Аҡбуҙат» журналы иһә «Урал батыр» йәнһүрәтен күрһәтә. Кискеһен Хәлит ауылы мәҙәниәт йортонда режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмын ҡарарға мөмкин.
Ҡоншаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре Ҡоншаҡ районы йәмәғәт ойошмалары менән осраша. Ҡоншаҡ районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгестәре менән Ҡоншаҡ районы белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу була.
1 октябрҙә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Силәбе ҡалаһында дауам итә. Башҡортостан делегацияһы ҡаланың 88-се балалар баҡсаһына бара, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына һәйкәлгә сәскәләр һала.
Әлшәй һәм Ишембай райондарынан килгән педагогтар Арғаяш районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ижади оҫтахана үткәрә. Был сарала башҡорт теле дәрестәрендә һанлы технологиялар ҡулланыу һәм «БЕЛемАЛ» проектының методик әсбаптары тураһында һөйләйҙәр.
Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең рәсми делегациялары ҡатнашлығындағы тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәр тапшыра. Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаларына – сәхнә өсөн милли кейем комплекттары, башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар (интерактив таҡта, проектор экраны). Силәбе тамашасылары алдында «Далан» төркөмө сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика