05:10 (UTC+5), 21 Сентябрь 2021

Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була

IMPORT Сервисный
29 октябрҙә Тинькофф Холдың «Колизео» залында «Дәрүишхан» башҡорт рок-төркөмөнөң концерты була. Сәхнәлә яратҡан легендар хиттарҙан тыш, яңы йырҙар ҙа яңғырай.
Төркөм яңы составта беренсе тапҡыр концерт менән сығыш яһай. Быға тиклем «Дәрүишхан» фестивалдәрҙә һәм төрлө концерттарҙа ғына ҡатнашты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тамашасыларҙы сюрприз көтә. Концертта уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан популяр артистар ҙа ҡатнаша.
Киске сәғәт 8-ҙә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-336-13-13, Вәғиз Ҡырымсурин.
Белешмә. 1991 йылда Хәйбулла районы Маҡан ауылында «Дәрүиш» төркөмө ойошторола, һуңынан ул «Дәрүишхан» тип үҙгәртелә. Уны талантлы гитарасы һәм көйҙәр авторы Альберт Ғәббәсов ойоштора. Артабан төркөмдөң төп составы барлыҡҡа килә: Альберт Ғәббәсов, йырсы Дим Мәннән (Ҡолахмәтов), бас-гитарасы Альберт Ниғмәтуллин, клавишник Ирек Абдуллин, барабансы Альберт Нурисламов, тауыш режиссеры Рөстәм Абдеев. 1992 йылда «Урал моңо» конкурсында коллектив Гран-при яуланы. «Дәрүишхан» төркөмө ижадының иң юғары нөктәһе – «Нисек барһың, тик шулай бул» йыры. 2009 йылда солист Дим Мәннән ҡапыл вафат булғандан һуң төркөм сығыш яһауҙан туҡтаны һәм 2019 йылда яңынан тергеҙелде. Төркөмдөң яңы солисы — Ринат Зарипов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика