08:00 (UTC+5), 17 Сентября 2021

Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
16 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә бағышланған мәҙәни үҙәк асылды. Ҡаһым түрәнең героик фигураһы башҡорт ғәскәрҙәренең 1812 йылдың Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы менән бәйле. Ҡаһым түрә хаҡында биографик мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы — халыҡ йырҙары.
Үҙәкте асыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Милли музей директоры Альбина Ярмуллина, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, яҙыусы Ғәлим Хисамов, рәссам Файзрахман Исмәғилев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерт программаһы, музей буйлап экскурсия, ағас ултыртыу ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдә музейҙың артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика