06:24 (UTC+5), 10 Сентября 2021

«Мин өйөмә ҡайтам» – Рифҡәт Исрафилов Ырымбур театрының Өфөләге гастролдәре тураһында

Ырымбур театры, автор
Ләйлә Аралбаева
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының гастролдәре башланды. Алмаш гастролдәр «Ҙур гастролдәр» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолған. Башҡорт драма театры Ырымбурҙа 2019 йылда – үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы йылында уҡ сығыш яһағайны, хәҙер ырымбурҙар беҙгә килде, тип хәбәр итте М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, матбуғат конференцияһын асып. Ул ике театр араһындағы бәйләнештәрҙе күптәнге, туғандаш булыуын билдәләне.
Гастролдәр Ырымбур театрының – 165, театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы, күп йылдар Башҡорт драма театрын етәкләгән Рифҡәт Исрафиловтың 80 йәшенә бағышлана. Өфө һәм Ырымбур театрҙары актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов та ҡотлауҙар ҡабул итә. Ул үҙенең 70 йәшен билдәләне.
«Беҙҙең күптәнге йола бар. Һуңғы ун йылда бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Ике театр корифейҙары һалған һуҡмаҡ дауам итә. Беҙҙә Башҡорт театрын яраталар. Ә мин бында гастролдәргә килгән һайын: «Мин өйөмә ҡайтам, был — минең өйөм», тип әйтәм», — ти Рифҡәт Исрафилов. — Бөтәһе лә бәхетле булып ҡайтып китһен өсөн һәр тамашасының күңеленә үтеп ингем килә».
Гастроль афишаһында – һуңғы йылдар репертуарындағы иң шәп спектаклдәр. Бөтә труппа – 50-нән ашыу кеше, шулай уҡ Ырымбур институтының театр факультеты студенттары ҡатнаша.
10 сентябрҙә Өфө тамашасылары Рәсәй драматургы Ярослава Пулиновичтың Рифҡәт Исрафилов ҡуйған «Земля Эльзы» романтик мелодрамаһын ҡарарға мөмкин. 2020 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Надежда Величко Ырымбур өлкәһе губернаторының «Йылдың иң яҡшы актерлыҡ эше» премияһына лайыҡ булды.
11 сентябрҙә Александр Федоров сәхнәләштергән «Боинг-Боинг» комедияһы күрһәтелә (М. Камолетти). Рифҡәт Исрафилов әйтеүенсә, режиссерҙың заманса трактовкаһы бигерәк тә йәштәргә ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
12 сентябрҙә гастролдәр Лопе де Веганың «Собака на сене» комедияһы менән тамамлана (Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән).
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика