09:43 (UTC+5), 10 Сентября 2021

«Ашҡаҙар» радиоһында тематик көндәр башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Кисә «Ашҡаҙар» радиоһы эфиры башҡорт халҡының бөйөк «Урал батыр» эпосына арналды. Көнө буйына «Башҡортостан радиоһының алтын фонды»нан тапшырыуҙар яңғыраны.
«Тыңлаусыларыбыҙ иртәнән беҙҙең үлемһеҙ «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр тыңланы. Шулай уҡ эфирҙа күп ваҡытын ошо әҫәрҙе өйрәнеүгә арнаған билдәле ғалимдар – фән докторҙары Фәнүзә Нәҙершина, Гөлнур Бохарова, Розалиә Солтангәрәева тураһында очерктар яңғыраны. Мәктәп уҡыусылары эпостан өҙөктәрҙе яттан һөйләне. Йырҙар ҙа махсус һайлап алынды. Күренекле композиторҙарыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов, Морат Әхмәтов әҫәрҙәре. Беҙгә күп шылтыраталар. Тыңлаусыларыбыҙ киләһе йылды «Урал батыр» йылы тип атарға, ошо әҫәрҙе өйрәнеү буйынса махсус грант уйлап табырға, Өфөлә Урал батырға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итә», — тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Ашкадар» радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.
Һәр кесаҙна «Ашҡаҙар» радиоһы эфиры бер темаға арнала. Киләһе аҙнала көн 49 башҡорт ырыуына бағышлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика