17:30 (UTC+5), 08 Сентябрь 2021

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәре киләһе йылдың йәйендә үк башланыуы ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау эштәре киләһе йәйҙә үк башланыуы ихтимал. Был хаҡта Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында белдерҙе. Һорауҙы Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева бирҙе. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, был тиҙ арала хәл ителергә тейешле бик киҫкен һәм ваҡытлы һорау.
«Һәйкәл Башҡортостанда йәшәгән һәр кем өсөн ныҡ ҡәҙерле. Ләкин ваҡыт үҙенекен итә. 1967 йылдан бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Беҙ һәйкәлде юғалтыуыбыҙ мөмкин. Уны ремонтларға кәрәк, сөнки һәйкәл үҙе генә түгел, постаменты ла таушалып бөткән. Быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләү зарур. Күпмелер ваҡыттан һуң дауыл сығыр, беҙ уны юғалтырбыҙ», — тип аңлатты Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров реконструкция процесын икенсе мөһим мәл тип атаны.
«Унда нескәлектәр күп. Һәйкәл постаментын реконструкциялауҙың грамоталы проектын эшләргә кәрәк. Был ярайһы уҡ ҙур аҡса. Пландарыбыҙ Наполеондыҡы кеүектер, моғайын, киләһе йылдың йәйендә уны постаменттан алып, төҙөкләндерә башларға ине. Быны һәйкәлде постаменттан алмайынса эшләп булмай. Уның ауырлығы — 40 тонна», — тип билдәләне республика етәксеһе.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика