
«Силәбе өлкәһендә 170 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Улар аҫаба халыҡ, борондан үҙ ерендә йәшәй, ошонда милләт булып формалашҡан, үҙ тарихын яҡшы белә, телен онотмай. Мәҫәлән, Арғаяш районындағы егерме бер мәктәптең ун туғыҙында башҡорт теле уҡытыла, был эш балалар баҡасаларында ла алып барыла», — тип белдерҙе Әлфир Байымов.
«Бәрәкәтле Учалы ерендә һеҙҙе сәләмләүемә шатмын. Беҙҙең районда ун һигеҙ ауыл советы, унда табындарҙан башҡа ырыу вәкилдәре лә йәшәй. Беҙ татыу халыҡбыҙ, ә бындай осрашыуҙар тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра, яңы маҡсаттар ҡуйыла», — тип билдәләне Зариф Ғарипов.
«Башҡортостан халыҡтары — көслө, тәрән, бай рухлы кешеләр. Беҙҙең республика — милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәү өлгөһө. Былтыр Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителде — унда этностың тотороҡло һәм уңышлы үҫеше өсөн заманса маҡсаттар, бурыстар, принциптар, йүнәлештәр комплексы һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары бирелгән. Әммә уның нисек тормошҡа ашырыласағы һәр беребеҙҙән тора», — тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.
«Табын ырыуҙары берләшмәһе республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлдө. Бөгөн Учалы районында беҙ бишенсе тапҡыр йыйылдыҡ. Тәүге ырыу йыйыны 1993 йылдың 27 мартында Красноусол ҡасабаһында уҙғарылғайны, артабан 1994 һәм 2007 йылдарҙа, аҙаҡҡыһы 2017 йылдың 25 февралендә Өфө ҡалаһында булды», — тине Фәнил Ҡоҙаҡаев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.