

«Шайморатов вариҫтары» проекты халыҡ араһында хуплау тапты, электрон почтаға башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт менән бик күп хаттар килде. Был мәғлүмәт беҙҙең һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» белгестәре тарафынан ентекле тикшерелде. Һөҙөмтәлә әлеге күләмле баҫма барлыҡҡа килде. Был белешмә менән республика халҡы әүҙем ҡулланыр, уҡытыусылар, китапханасылар тәрбиә эшендә файҙаланыр, шайморатовсыларҙың исемлеге тағы тулыланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Был баҫма йоғонтоһонда йәш быуын исемлекте аныҡлау буйынса яңы тикшеренеү эштәре башлаһа, дивизия ҡаһармандарының исемдәрен яңы барлыҡҡа килгән урамдарға биреү кеүек аныҡ эштәр алып барылһа, тимәк, проект маҡсатына өлгәште», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән башҡарма комитет аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов.
«Белешмәнең урыны — китапханабыҙҙың түрендә. Ул — китапханаға ғына түгел, ә тотош республика халҡына ҙур бүләк. Барыһы исеменән белешмәне төҙөүҙә ҡатнашҡан бөтә белгестәргә, ғалимдарға, мәғлүмәт йыйыуҙа ҡатнашҡандарға оло рәхмәтемде белдерәм. Китаптың ғүмере оҙон булһын, ул тағы тулыланһын һәм бер тапҡыр ғына баҫылып ҡалмаһын, яңынан-яңы баҫмаларын күрергә яҙһын», — ти Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.