12:02 (UTC+5), 26 Августа 2021

Өфөгә Ырымбур, Татарстан һәм Ҡырым театрҙары килә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының яңы миҙгеле 22 сентябрҙә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһы менән асыла. Был турала бөгөн труппаның йәйге ялдан һуң йыйылышында театр директоры Иршат Фәйзуллин хәбәр итте.
Көҙ көнө Өфөлә Ырымбур, Татарстан һәм Ҡырым республикалары театрҙарының гастролдәре көтөлә. Бөтәһе лә Башҡорт драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. 9-12 сентябрҙә бында «Ҙур гастролдәр» программаһы сиктәрендә М. Горький исемендәге Ырымбур өлкәһе драма театрының спектаклдәрен ҡарарға мөмкин. Был ваҡытта М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Гүзәл Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән Новокуйбышевск ҡалаһына гастролгә сыға.
14-16 сентябрҙә ошо уҡ программа сиктәрендә Ҡырым Республикаһында Башҡорт драма театрының гастролдәре ойошторола. Өфө актерҙары Симферополдә «Һөйәркә», «Мөхәббәт ҡоштары…», «Мышиная история» һәм «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме» спектаклдәрен күрһәтә.
20 сентябрҙә Башҡорт драма театры Олжас Жанайдаровтың «Джут» спектакле менән К.Тинчурин исемендәге Халыҡ-ара заманса драматургия фестиваленә юллана.
12 октябрҙә Николай Крашенинниковтың «Әмилә» пластик спектакле Пермь крайында Милләт-ара театр фестивалендә ҡатнаша.
Октябрҙә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың концерттары була. Әлеге ваҡытта концерттарға әҙерлек бара.
16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡова «Ул бит кисә ине» спектакле менән юбилей кисәһенә саҡыра.
Ноябрь башында Өфөгә Ҡырым татарҙары академия музыкаль-драма театрының килеүе көтөлә.
12-16 ноябрҙә Ғ.Камал исемендәге Татар академия драма театрының гастролдәре була.
Ноябрь-декабрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановтың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтың юбилейҙарын үткәреү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика