11:40 (UTC+5), 25 Августа 2021

Өфөлә легендар комдив тураһында «Генерал Шайморатов» романы донъя күрҙе

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында роман баҫылды. Китап 3,5 мең дана тираж менән «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың яңы һанында тулыһынса баҫылып сыҡты. Журнал легендар комдивтың тыуған көнө алдынан донъя күрҙе.
«Генерал Шайморатов» тарихи романын яҙыу өсөн төп этәргес көс — Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ һәм киләсәк быуындар өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ата-бабаларыбыҙҙың рухтары алдында беҙҙең быуындың һәм шәхсән үҙемдең оло бурысымды таныу булды», — ти роман авторы Флүр Ғәлимов. Китап яҙыу өсөн уға һуғыш темаһын, уның сәбәптәрен төптәнерәк, тәрәнерәк өйрәнергә, эҙләнергә тура килгән.
Флүр Ғәлимов — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге премия лауреаты. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтен яңы темалар, геройҙар менән байытҡан «Яңы башҡорт» романы һәм «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы республика тәнҡитселәре һәм Рәсәй әҙәбиәтселәре Лев Аннинскийҙың, Чечняның халыҡ яҙыусыһы, Чечня Фәндәр академияһы академигы Канта Ибраһимовтың, шулай уҡ башҡаларҙың юғары баһаһын алды.
«Ағиҙел» журналының әлеге һанында Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған башҡа материалдар ҙа урын алған. Атап әйткәндә, Совет майҙанында ҡуйылырға тейешле һәйкәл проекты тураһында мәғлүмәт, Рәсәй Геройы Йондоҙоноң фотоһүрәттәре.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика