06:23 (UTC+5), 23 Август 2021

Рәсәйҙә Элвин Грейҙың игеҙәге барлыҡҡа килгән: артист нимә эшләргә йыйыныуын һөйләне

IMPORT Сервисный
Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) игеҙәге барлыҡҡа килгән. Социаль селтәрҙә Сахалин өлкәһе Поронайск ҡалаһында билдәһеҙ музыканттың байрамса биҙәлгән майҙансыҡта артист репертуарындағы популяр «Черноглазая» йырын башҡарған видеоһы таралған.Тышҡы ҡиәфәте менән ул Элвин Грейға оҡшамаған, ләкин уның стилендә кейенгән һәм уға оҡшатып йырлай. Тамашасылар псевдоартисты йылы ҡабул итә, ҡайһылары хатта бейей.
«Мин быны яңыраҡ ҡына күреп ҡалдым. Аптырап киттем: тимәк, хәҙер Элвин Грей, «Ласковый май» кеүек, бер үк ваҡытта төрлө урында сығыш яһай ала. Бик уңайлы. Уның автор хоҡуғынан тыш сығыш яһауы бик дөрөҫ түгел, әлбиттә», – тине Элвин Грей ГорОбзор.ру редакцияһына.
Артист үҙенең игеҙәктәре тураһында хәбәрҙар, ләкин уларҙы судҡа бирергә йыйынмай. Элвин Грей улар менән аралашыуҙан да баш тартмай.
«Ни өсөн мин ҡаршы булырға тейешмен? Юҡ, әлбиттә, минең менән бәйләнешкә сыҡһындар, уларҙы язаға тарттырмаһындар өсөн рәсми рөхсәт бирермен. Беҙҙең материал менән донъя кимәлендәге ҡеүәтле компаниялар шөғөлләнә, – тип Элвин Грейҙың һүҙҙәрен еткерә баҫма. — Алға, дуҫтар! Әгәр һәр ерҙә башҡорт, татар музыкаһы яңғырай икән, мин бәхетле булырмын, ләкин минең исемдән сығыш яһамағыҙ. Мәҫәлән, «кавер Элвин Грей» тип әйтегеҙ. Уңыштар һеҙгә, йырҙарымды Владивостокта ла, Бангкокта ла ихлас тыңлармын».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика