06:59 (UTC+5), 18 Августа 2021

Нефтекама филармонияһы Силәбе өлкәһенә гастролдәргә сыға

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
20-31 августа Нефтекама дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Силәбе өлкәһенә гастролдәргә юллана. Төркөм «Өмөт, хыял һәм йыр менән» тигән концерт программаһы менән сығыш яһай.
Силәбелә башҡорттар төбәктең төп аҫаба халҡы, Урал аръяғы башҡорттары этник төркөмөнә ҡарай. Ғалимдар әйтеүенсә, уларҙың формалашыу нигеҙендә башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө ырыуҙары тора:
• ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: бәкәтин, ҡалмаҡ, ҡатай, һалйот, һеңрән һәм терһәк;
• табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: ҡыуаҡан, һырҙы һәм табын;
• әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе: әйле һәм һыҙғы.
Уларҙың һөйләшеү теле башҡорт теленең көнсығыш (ҡыуаҡан) диалектына ҡарай. Ул бер нисә һөйләшкә бүленә: арғаяш, әй, мейәс, һалйот һәм ҡыҙыл.
Силәбе башҡорттары фән һәм мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән күренекле яҡташтары менән ғорурлана. Ошо төбәктең данлы улдары араһында башҡорт халҡына, тотош илгә билдәле исемдәр байтаҡ.
Ғалим, яҙыусы Әбделҡадир Инан, Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең һәм Уложенная комиссияһына һайланған башҡорт депутаттарының (1767—1769) береһе Баҙарғол Юнаев, Советтар Союзы Геройҙары – осоусы Ғаяз Баймырҙин, пулеметсы Барый Солтанов, ғалимдар – этнограф Наил Бикбулатов, философ, культуролог Дамир Вәлиев, шағир һәм публицист Ғәлимов Сәләм, драматург, яҙыусы һәм шағир Ҡадир Даян, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин, профессиональ боксёрҙар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар, Денис Шафиҡов, көрәш буйынса РСФСР-ҙың беренсе чемпионы Харис Йосопов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика