Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2021, 09:15

Рудольф Нуриев – ҡаршындар нәҫеленән

Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡаршын ҡәбиләһе Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.
Этнограф Рәил Кузеев үҙенең тикшереүҙәрендә билдәләүенсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә «ҡәлғә», «нығытмалы ҡала» мәғәнәһендә ҡулланылған. Урта Азияла ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән күп кенә тораҡ пункттарҙың исемдәрен осратырға була. «Ҡаршын» этнонимын, балыҡсы һәм ирәкте этнонимдарының этимологиялары кеүек, «нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлаусылар» һымаҡ аңлатырға мөмкин.
Ҡәбилә составына ҡәҙрәй-ҡаршын, ҡарға-ҡаршын, сатлыған-ҡаршын (аҡбаш-ҡаршын) аралары инә. Ҡаршындарҙың сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе ҡыпсаҡ ырыуҙарының тамғаларына тап килә, шулай уҡ ҡаршындарҙа күршеләре дыуан һәм мең ҡәбиләләрендә лә булған «ҡапҡа» тамғаһы ла осрай.
Билдәле этнограф Р. З. Янғужин тарихи эштәрендә билдәләүенсә, ҡаршындар сығышы менән Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренән булған һәм уларҙың формалашыуына беҙҙең эраның II мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған.
Башҡорт ҡаршындарының Ҡасим ханлығында хеҙмәт итеүҙәре теркәлгән. XVIII—XIV быуаттарҙа ҡаршындар Ҡармасан йылғаһы бассейны буйлап таралып ултырған һәм уларҙың биләмәһенә хәҙерге Башҡортостандың Кушнарен, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарының айырым өлөштәре инә. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта — ҡаңлы, төньяҡ-көнсығышта — дыуан, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — мең ҡәбиләләре уларға күрше булған. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбилә ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусын барлыҡҡа килтергән.
Әлеге ваҡытта ҡаршындарҙың нәҫелдәре Благовар районының Ағарҙы, Күгел; Кушнарен районының Аҡбаш, Мәмәк (Туйсабан, Мрәк), Иҫке Ғүмәр, Түбән Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Шәрип (Ҡаршын), Өфө районының Әсән, Юлыш ауылдары биләмәләрендә йәшәй.
Ҡаршын ырыуынан сыҡҡан билдәле шәхестәр араһында Советтар Союзы Геройы Сәлих Вәлиев, БАССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫланов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәриф Солтанов, яҙыусы Фәйзрахман Вәлиев, медицина фәндәре докторы, Ставрополь медицина институты профессоры Альберт Вафин; тарих фәндәре кандидаты, сармат археологияһына нигеҙ һалыусы Мәхмүҙә Садиҡова ҙәм башҡалар бар.
Унан тыш, тарихсы Илгиз Солтанморатов тағы бер билдәле яҡташыбыҙ, тотош донъяға танылған бейеү оҫтаһы, балетмейстр Рудольф Нуриевтың шәжәрәһен өйрәнгән һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Мәғлүм булыуынса, Рудольф Нуриевтың атаһы Хәмит – ҡаршын ырыуы башҡорто, Әсән ауылынан. Ә олатаһы Нуриәхмәт Шәриптән булған. Хәмит Нуриев татар ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнгән, уларҙың өс ҡыҙҙары тыуған. Рудольф – көтөп алынған ир бала – дүртенсе булып донъяға килгән.
Ғаиләне белгән кешеләр Хәмит Нуриәхмәт улын талапсан һәм ҡәтғи кеше итеп хәтерләй, бәлки, уның холҡонда хәрби булыуы ла сағылмай ҡалмағандыр. Ул мәҙрәсә тамамлаған, партияға ингән һәм политрук сифатында илдәге хәрби частәр буйынса эшләгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәмит Нуриәхмәт улы бала саҡтан бейеүгә мөккибән киткән, һығылмалығы, ижади һәләте менән хайран иткән Рудольфтың ҡыҙыҡһыныуын ҡабул итә алмаған, «бейеү – ирҙәр эше түгел», тип ҡырт киҫкән. Рудольф Нуриев иҫтәлектәрендә лә атаһы менән уртаҡ тел таба алмауы әсендергәнен билдәләй.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса барлыҡ ижади тормошон Парижда үткәргән, тиңһеҙ һәм донъялағы иң бай бейеүсе данын яулаған Рудольф Нуриев автобиографияһында ошолай тип яҙа:
«Әсәйем боронғо Ҡазанда тыуған, ә атайым – Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда. Беҙ – мосолмандар. Шулай итеп, ике яҡтан да тыуған-тыумасабыҙ – башҡорттар, татарҙар... Миңә ҡалһа, ҡаным тиҙерәк аға кеүек һәм һәр саҡ ҡайнап китергә әҙер...»
Нисек кенә булмаһын, донъяға танылған балет йондоҙоноң биографияһында өйрәнәһе биттәр күп әле...
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: