Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июль 2021, 09:31

Өфөлә күренекле ғалим һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов арабыҙҙан китте

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғайса Хөсәйенов баҡыйлыҡҡа күсте. Уға 93 йәш ине.
Ғайса Батыргәрәй улы — башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, хрестоматиялар һәм ғилми-методик хеҙмәттәр авторы, фольклор йыйыусы, тикшеренеүсе. Айырым яҙыусылар әҫәрҙәренең фәнни йыйылмаларын, төрлө йүнәлештәр буйынса буйынса хеҙмәттәрҙең төҙөүсеһе, ғилми мөхәррире.
Ғайса Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда — К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1954 йылда иһә Мәскәүҙә А.М.Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантура тамамлай. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1970 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була.
Ул фольклор йыйыусы һәм тикшеренеүсе булараҡ та билдәле. Ғайса Хөсәйенов — республикала фәндең археография һәм текстология тармағы мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Ул бик күп археографик экспедицияларҙа ҡатнаша. Ошо экспедициялар ваҡытында Башҡортостанда таралған үҙенсәлекле ҡулъяҙмалар һәм боронғо китаптар табылды.
Ғайса Хөсәйенов — 50-нән ашыу монография, 400 мәҡәлә, шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, хрестоматиялар авторы.
Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген алып барҙы. 1991 йылда Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы итеп һайланды. «Ватандаш» журналының тәүге мөхәррире.
Фәнде үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәттәре өсөн Ғайса Батыргәрәй улы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн 1980 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде. 2008 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән абруйлы исем алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғайса Хөсәйенов менән хушлашыу бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Степан Злобин урамы, 42-се йорт адресы буйынса була. Уны тыуған ауылында ерләйҙәр.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: