08:48 (UTC+5), 16 Июль 2021

Республика кинотеатрҙарында һуғыш йылдарындағы Өфө тураһында яңы фильмдың прокатҡа сығыу көндәре билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
22 июлдә «Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы» фильмы республика кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай.
«22 июлдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Иглиндә Район мәҙәниәт йортонда ҡарарға мөмкин», — тип яҙҙы фильм идеяһы авторы Артём Вәлиев социаль селтәрҙә.
Артабан түбәндәге ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә бушлай күрһәтелә: 26 июль — Ҡырмыҫҡалы,
29 июль — Красноусол,
2 августа — Салауат,
4 август — Кушнаренко,
5 август — Бәләбәй,
9 август — Ишембай,
12 август — Дүртөйлө.
Шулай уҡ 30 сентябргә тиклем фильмды Баймаҡта, Бишбүләктә, Борайҙа, Үрге Ҡыйғыла, Дыуанда, Ермолаевола, Ҡариҙелдә, Мәсәғүттә, Мораҡта, Приютовола, Раевкала, Иҫке Балтаста, Иҫке Собханғолда, Стәрлебашта, Саҡмағошта, Шаранда ҡарарға була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильмдың идеяһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдағы Указы менән бәйле, уға яра Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Фильм Президент гранттары фонды аҡсаһын файҙаланып төшөрөлгән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров фильм төшөрөү идеяһын хупланы. Шулай уҡ республика етәксеһе республикала фильмды бушлай күрһәтеүҙе ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика