09:51 (UTC+5), 29 Июня 2021

VI Бөтә донъя фольклориадаһында киләсәк быуын өсөн капсула булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева
VI Бөтә донъя фольклориадаһында йәш быуынға мөрәжәғәт менән капсула булдырыла. Шишәмбе «Рәсәй» медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо хаҡта һөйләне.
«Фольклориаданы ябыу тантанаһы «Ғүмер ағасы. Йәш быуынға мөрәжәғәт» тип атала. Беҙҙе тамырҙарыбыҙ берләштерә. Фольклорҙы белмәйенсә тороп, артабан үҫешә алмайбыҙ, быны онотмаҫҡа тейешбеҙ. Киләсәк быуынға мөрәжәғәт менән ике капсула эшләү күҙаллана. Был мөрәжәғәттә быйылғы Фольклориадала ҡатнашҡан барлыҡ илдәрҙең вәкилдәре үҙ ҡултамғаһын ҡалдыра. Бер капсула — CIOFF ойошмаһына, икенсеһе Милли музейға тапшырыла», — тине министр.
Ябыу тантанаһында Фольклориада флагын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә тапшырыуҙары ихтимал. Әммә, был мәсьәлә аҙағынаса хәл ителмәгәнлектән, флаг CIOFF ойошмаһына тапшырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Башҡортостанда Фольклориада ойошторола. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, фестивалгә 38 ил вәкиле килә, бөгөн Непал ансамбленең килә алмауы тураһында билдәле булды. Бер нисә йыл әҙерлек эше алып барылған байрамда 85 ил ҡатнашырға тейеш ине. Ләкин эпидемиологик хәлгә бәйле уларҙың һаны ике тапҡырҙан ашыуға кәмене.
Тәүге чартерҙар Өфөгә 1 июлдә иртән үк килә, уларҙың береһе — Панама коллективы әле Мәскәүҙә. Фольклориадала Рәсәй исеменән атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы — Пензанан «Вензеля» бейеү ансамбле сығыш яһай.
Байрамда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары хәүефһеҙлек саралары күрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика