09:03 (UTC+5), 28 Июня 2021

Фольклориада була, инфекция индереү хәүефе юҡ — Радий Хәбиров

Ләйлә Аралбаева
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Өфөлә һәм республика райондарында Халыҡ-ара фольклор фестивален ойоштороу планлаштырыла.
«Ошо Фольклориаданы ике йыл көттөк. Ул Бөтә донъя ойошмаһы, илебеҙ Президенты бойороғо менән үткәрелә. Беҙ шул тиклем әҙерләндек, беҙҙә 22 муниципалитет бар, артистар әҙерләнде. Әлеге ваҡытта Фольклориада була тигән ҡарар ҡабул итәбеҙ. Асылда, бығаса булмағанса вакцинация, анализ биреү осраҡтарында коронавирус инфекцияһын индереү хәүефе юҡ - был мөмкин түгел. Кешеләрҙең күпләп йыйылыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, был хаҡта уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Фольклориада - ҙур сағыу ваҡиға, санитар-эпидемиологик хәл уны уҙғарырға мөмкинлек бирә, аҡыллы эш итергә генә кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында Фольклориаданы асыу тантанаһына ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ғына индерелә, Өфөнөң «Тулҡын» паркында, «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркында, Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында тура трансляция була. 4-9 июлдә Фестивалдең башҡа концерттары һәм 10 июлдә Фольклориаданы ябыу тантанаһы Өфө амфитеатрында һәм Башҡортостан муниципалитеттарында асыҡ һауала ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика