05:44 (UTC+5), 16 Июнь 2021

Эстонияла яҡташтарыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған сара үткәрҙе

Ләйлә Аралбаева
Эстонияла башҡорт әүҙемселәре Рәсәй Илселегенең рәсми вәкиле менән бергә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә сара ойошторҙо. Был турала «Башинформ»ға «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина хәбәр итте.
Башҡорт ойошмаһы йыл һайын Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һала, доға ҡыла. Быйыл эстон башҡорттарына Рәсәй Федерацияһының Эстон Республикаһындағы Илселегендә яңы эш башлаған яҡташыбыҙ Салауат Мөхәмәтов ҡушылды. Сарала сыуаш һәм мари мәҙәни ойошмаһы вәкилдәре Людмила Ямурзина һәм Надежда Григоренко ла ҡатнашты. Улар ҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм әлеге көндә Эстонияла йәшәй.
«Башҡорт диаспораһы әүҙемселәре иртән ете машинала Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Палдиски ҡалаһына юлланды. Кисен, төндә һәм иртән ямғыр яуҙы, һауа торошо боҙолғас, кәйефебеҙ ҡырылды. Ләкин Палдискиға килеп еткәс, ямғыр ҡапыл туҡтаны, ҡояш сыҡты. Илдар хәҙрәт Мөхәмәтшин беҙгә генә түгел, Хоҙайға ла был сараның кәрәк икәнен әйтте. Беҙгә Палдиски ҡалаһы бик ҡәҙерле: унда Салауат рухы йәшәй, үҙебеҙҙе Тыуған илебеҙгә ҡайтҡан кеүек тоябыҙ», — тип һөйләне Флүзә Хәйруллина.
16 июнь — Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы 20 йылдан ашыу атаһы Юлай Аҙналин менән бергә Рогервик ҡәлғәһенә – хәҙерге Падиски ҡалаһына ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелгән (1775-1800) башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Салауат һәм уның атаһы Юлай Аҙналин ярты ғүмерен каторжандар булып йәшәгән: һуңғы 25 йыл ғүмерен Салауат Юлаев Балтик диңгеҙендәге Рогервик портында үткәргән һәм 1800 йылда 46 йәшендә үлгән. Палдиски ҡалаһындағы скверҙа Салауат Юлаев һәйкәле тора (авторы – Тамара Нечаева). Эстонияның Тарту Дәүләт архивында Салауатты, уның атаһын, шулай уҡ Ҡәнзәфәр Усаевты бикләп тотоу хаҡында документтарҙың төп нөсхәләре һәм Салауат Юлаевтың үлеме тураһында рапорт һаҡлана. Милли батырҙың 260 йыллығына рус һәм эстон телдәрендә «Эстония Салауат Юлаевты онотмай» тигән китап донъя күрҙе.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика