Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2021, 10:10

Радий Хәбиров РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Мортазинаны 95 йәше менән ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
27 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров данлыҡлы вокал уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаны 95 йәше менән ҡотланы.
«Башҡортостандың вокал мәктәбе киң билдәле, ул һәр ерҙә ихтирам ҡаҙана, бында һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн бик күп уҡыусыларығыҙҙан ҡотлауҙар ҡабул итәһегеҙҙер тип ышанам, улар араһында донъя кимәлендәге йондоҙҙар бар. Беҙ үҙебеҙҙең башҡарыусыларыбыҙ, йолаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, республика мәҙәниәтен артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Кисә Өфөлә мотлаҡ Федор Иванович Шаляпин музейы асылыр тип иғлан иттек. Ул Нестеров исемендәге художество музейынан алыҫ булмаған урында, тергеҙелгән тарихи бинала урынлашыр. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеү йәһәтенән ҙур пландар ҡорабыҙ, улар мәҙәниәт өлкәһенә лә ҡағыла. Беҙҙә һаманғаса ҙур концерт залы, Музыка йорто юҡ. Быны төҙәтергә кәрәк. Ҙур заманса Евразия китапханаһы, заманса сәнғәт музейы төҙөрбөҙ. Эшләрбеҙ».
Башҡортостан Башлығы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләне.
«Мин телевизорҙан эшегеҙҙе иғтибар менән күҙәтеп барам һәм һеҙҙең ҡыйыу, талапсан, тәүәккәл, хыялланыусан кеше икәнегеҙҙе күрәм, – тине Миләүшә Мортазина. – Фекерҙәштәрегеҙҙең, хуплаусыларығыҙҙың күберәк булыуын теләйем».
Белешмә
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина 1926 йылдың 27 майында Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Баҡай ауылында (хәҙер – Кушнаренко районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1950 йылда – Урал консерваторияһы ҡарамағындағы Башҡорт студияһын, 1954 йылда Ҡазан консерваторияһын тамамлаған. Өфөнөң 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында кафедра мөдире була. Профессор Мортазинаның уҡыусылары иҫәбендә – Рәсәйҙең халыҡ артистары Радик Гәрәев, Салауат Асҡаров, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Илфаҡ Смаков, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Иҙрис Ғәзиев, Башҡортостандың халыҡ артистары Раил Кучуков, Хәмит Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Вәхит Хызыров, Шамил Хәмәҙинуров һәм башҡалар. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Салауат Юлаев ордены, «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән. Өфөнөң почётлы гражданы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: