Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2021, 15:39

Радий Хәбиров «ХХI быуат яҙыусыһы» форумында республика яҙыусыларын һәм шағирҙарын бүләкләне

Валерий Шахов
Валерий Шахов
Өфөлә «ХХI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы бара. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында Башҡортостан Башлығы республика яҙыусылары менән осрашты.
Бөгөн Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһында 288 кеше иҫәпләнә. Республика яҙыусыһының уртаса йәше — 60, шиғриәт жанрына өҫтөнлөк бирелә. Кисә 10 кеше Яҙыусылар союзы сафына алынды, уларҙың икәүһе – Рәсәй төбәктәре вәкилдәре. Йыл һайын республикала 40-ҡа яҡын китап донъя күрә. Шуларҙың 40 проценты – нәфис һәм ғилми-популяр әҙәбиәт. Быйыл китап сығарыуға 89,7 миллион һум бүленгән.
Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Радий Хәбиров китаптың, әҙип һүҙенең мөһимлеген һәм форумдың әҙәбиәттең торошо, уның алдына ҡуйылған бурыстар, яҙыусыларҙы борсоған проблемалар һәм дәүләттең уларға нисек ярҙам күрһәтә алыуы тураһында фекер алышыу өсөн төп майҙансыҡ булыуын билдәләне.
«Ҡорған пландарҙы тормошҡа ашырырмын тип ышанам. Ләкин шуны беләм: күперҙәр, торлаҡ төҙөрбөҙ, әммә әҙәбиәттән, халыҡтың рухи үҫешенән тыш кешеләрҙең башында тәртип урынлаштыра алмаҫбыҙ. Беҙ ҡатмарлы, күсеү осоронда йәшәйбеҙ, бер ҡиммәттәр икенселәре менән алмашына, был шул тиклем шәп бара. Беҙ, өлкән быуын, сифатлы әҙәбиәт уҡығанбыҙ, сифатлы белем, сифатлы әхлаҡи тәрбиә алғанбыҙ, беҙ һулға йәки уңға тайпылмаҫбыҙ. Ләкин балаларыбыҙ бар, уларҙың яҙмышы беҙгә аңлайышһыҙ, улар ҡайҙа барыр, ниндәй кешеләр булып үҫер һәм беҙҙән башҡа республиканы нисек үҫтерер», — тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусыларын һәм шағирҙарын дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов һәм яҙыусы, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Халыҡ-ара славян яҙмаһы мәҙәниәте фондының вице-президенты, Аксаков фонды президенты Михаил Чванов «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» исеменә лайыҡ булды.
Яҙыусы, шағир, тәржемәсе Роберт Паль һәм яҙыусы, шағир, профессор Рәшит Шәкүр – Башҡортостандың халыҡ шағирҙары.
Яҙыусы Әмир Әминевҡа, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаевҡа, Марат Кәримовҡа – Салауат Юлаев ордендары, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.
Кисә лә бер төркөм әҙиптәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы наградалары менән бүләкләнгәйне.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: