Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2021, 13:33
Баш ҡалала күҙ ауырыуҙары институты биналарының береһе яҙыусыларға тапшырыла
Өфөлә күҙ ауырыуҙары институты биналарының береһе яҙыусыларға тапшырыла. Был хаҡта бөгөн яҙыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Күҙ ауырыуҙары институтының ошо күркәм бинаһы 6-7 йыл буйына ябыҡ тора. Ул институтҡа кәрәкмәй, аҡсаһы юҡ. Мин был бинаны республика ҡаҙнаһына алыр хәл иттем. Бинала мәҙәни үҙәк өсөн ойошторабыҙ. Унда әҙәби салон, «Китап» нәшриәте экспозицияһының бер өлөшө булырға тейеш. Хәтерләйһегеҙме, Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита»һында Массолит бар ине бит? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙә лә мәҙәни үҙәк булдырайыҡ».
Республика етәксеһе билдәләүенсә, майҙаны 824 квадрат метрлыҡ бинаны яңыса проектлау өсөн күпмелер ваҡыт, тәҡдимде Яҙыусылар союзы һәм Мәҙәниәт министрлығы менән ныҡлап уйларға кәрәк.
Башҡортостан Башлығының тәҡдимен зал алҡышлап ҡаршы алды.
https://www.bashinform.ru/news/1599035-v-ufe-odno-iz-zdaniy-glaznogo-instituta-budet-peredano-pisatelyam-/
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
әҙәбиәт
Читайте нас: