78.65
+0.24
- Әле һаман еңеүемә ышанып бөтә алмайым! Ныҡ борсолдом, тулҡынландым, ләкин минең тулҡынланыуҙарым бүләкләнде. Ошо конкурстан һуң үҙемә ышанысым артты, — тип һөйләне Гөлнара Юлбарыҫова.Урта төркөмдә Гран-приҙы Өфө ҡыҙы Азалия Хөсәйенова яуланы. Азалияға 14 йәш, 48-се башҡорт лицейының етенсе класында уҡый, «Тамыр» телестудияһының «Тау-Тау-хәбәр» программаһы алып барыусыһы һәм хәбәрсеһе, билдәле журналист һәм йырсы булырға хыяллана.
- «Башҡортостан гүзәле» — мөхәббәт, ғаилә, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар конкурсы. Бында ҡыҙҙарҙың буй-һыны түгел, ә уларҙың эске күңел донъяһы, киләсәк быуынға өлгө булырға, мәңгелек ҡиммәттәрҙе күрһәтергә һәләтлелеге тәүге урында тора. Жюри бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң еңеүсене һайланы. Ә ҡайһы бер һомғол буйлы ҡыҙҙарға беҙ «Һылыуҡай» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иттек, — тине жюри рәйесе – Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.