06:48 (UTC+5), 25 Мая 2021

Йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә Башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
Башҡортостанда йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Сараны уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ районы һайланған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.
Фестиваль рсепубликала йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеү йолаһын, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә 2021 йылдың 1 июненә тиклем республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә фестивалдең ойоштороу комитеты составын, фестивалгә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу планын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Баймаҡ районы хакимиәтенә ойоштороу комитетына фестивалгә әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика