Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Май 2021, 12:52

Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында «Евровидение» ҡатнашыусыһы Манижа сығыш яһай

3 июлдә «Өфө-Арена» майҙансығында Бөтә донъя фольклориадаһына старт бирелә. Унда 800-ҙән ашыу артист ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.
4-9 июлдә форумдың төп концерт майҙансығында, «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында, «Фольклориада йөрәге» фольклор фестивале ойошторола. Концерттар көн дә Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың сығышы менән башлана һәм донъяла танылыу яулаған коллективтарҙың сығышы менән тамамлана. Улар иҫәбендә – «Русская песня» ансамбле, Дәүләт академия Кубань казак хоры, «Вайнах» чечен дәүләт бейеүе ансамбле, йырсы Манижа, Plantec (Франция), Ulytau (Ҡаҙағстан) һәм The Hatters (Рәсәй) рок-төркөмдәре.
24 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһаны. Видеоконференция режимында уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе.
14 майҙа Өфөлә «VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 50 көн» кире иҫәп асыу тантанаһы уҙҙы.
– Был – етди, күләмле сара. Башҡортостан Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ҙур әҙерлек эшен башҡарҙы. Беҙгә бик күп ҡунаҡтар килә, Фольклориада сараларының эпидемиологик хәүефһеҙлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүлеү мөһим, – тип билдәләне Татьяна Голикова.
Фольклориаданы ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға, шулай уҡ ирекмәндәргә, автотранспорт водителдәренә һәм башҡаларға прививка яһау мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк, тип өҫтәне ул.
Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында республикала әһәмиәтле мәҙәни ваҡиғаға әҙерлектең тамамланып килеүен әйтте.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, программа республиканың баш ҡалаһы менән генә сикләнмәй. Бөтәһе 22 муниципалитет Фольклориадаға әҙерлекте тамамлай. Сараны ойоштороусылар сығыш яһау майҙансыҡтарын, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың Башҡортостандың отель һәм шифахана-курортттарында йәшәү урындарын билдәләгән.
Фольклориаданың ҙур сараларын телеэфирҙа, интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин. Форумдың эшенә 600-ҙән ашыу ирекмән ярҙам күрһәтә.
Сараны ябыу тантанаһы 10 июлдә «Торатау» амфитеатрында була.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: