10:48 (UTC+5), 24 Мая 2021

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Ҡырым Республикаһында гастролдәрен тамамланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарихында тәүге тапҡыр артистар Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур сәфәргә сыҡты һәм бер аҙнала биш концерт күрһәтте. Әле ғәскәровсылар юлда, өйҙәренә ҡайтып килә.
Концертта Башҡортостан ансамбле Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре менән сығыш яһаны, ҡырымдарҙы башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы. Ғәскәровсылар Ялтала, Симферополдә, Евпаторияла, Белогорск районы Ароматное ҡасабаһында һәм Белогорскиҙа сығыш яһаны. Ансамбль артистары тамашасыларға дәррәү алҡыштары, тулы залдар, йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерә һәм йәнә гастролдәр менән килергә вәғәҙәләй.
«Беҙ Ҡырым менән хушлашмайбыҙ, ә «тиҙҙән осрашҡанға» тибеҙ. Сәфәр ваҡытында 2022 йылға Ҡырымға гастролгә килергә һөйләштек», — тип хәбәр итте ансамбль директоры Алмаз Сәйетов.
Был - ансамблдең быйылғы миҙгелдә һуңғы гастролдәре, 9 июндә коллективтың Концерт залында 82-се миҙгелде йомғаҡлау концерты була.
Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә уҙҙы.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика