Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2021, 09:46

Татарстанда Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла

25 һәм 26 майҙа Татарстан Республикаһында Башҡорт киноһы көндәре уҙғарыла. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рус телендә өс фильм күрһәтелә:
- «Ҡырағай» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева);
- «Гильза» ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (режиссеры – Динара Әбдрәшитова);
- «Алтын һарай» йәнһүрәте (сценарий авторы һәм режиссеры – Риф Шәрәфетдинов).
25 майҙа – Камские Поляны ҡасабаһында «Чулман-Су» кинотеатрында, 26 майҙа Ҡазанда «Мир» күрһәтелә.
Инеү ирекле.
Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: