14:43 (UTC+5), 21 Мая 2021

Башҡортостанда XX Республика ҡурай байрамында иң шәп ҡурайсыны һайлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
21 майҙа Октябрьский ҡалаһында ХХ Республика ҡурай байрамы барышында «Байға 2021» республика ҡурайсылар конкурсын асыу тантанаһы үтте.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы, баһалама ағзаларын һәм ҡала ҡунаҡтарын хакимиәт башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Әхмәтйәнова сәләмләне.
Быйыл конкурсанттар араһында Башҡортостандың 14 районы һәм 12 ҡалаһы вәкиле, Ырымбур, Силәбе, Төмән өлкәләренән ҡунаҡтар бар. Байрамда бөтәһе 82 солист һәм 23 ижади коллектив ҡатнаша.
Жюри рәйесе — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2005 йылда Республика ҡурай байрамында Гран-при яулаған Мөхәмәт Түлебаев.
«Байға-2021» ҡурайсылар конкурсы йәнә оҫталыҡты күрһәтергә, һәләтле һәм лайыҡлы башҡарыусыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Оҫта һәм йәш, яңы уйнай башлаған ҡурайсылар көн дауамында республиканың иң шәп ҡурайсыһы исеме өсөн көрәшә», — тип белдерҙеләр Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика