06:35 (UTC+5), 19 Мая 2021

Башҡортостанда халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшен билдәләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республикала халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 90 йәшен билдәләйҙәр. 17 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2021 йылда яҙыусыға 90 йәш тулыуға (1931 йылдың 17 июлендә тыуған) арналған саралар ойошторола. Сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу буйынса республика ойоштороу комитетының составы раҫланған. Рәйесе – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов. Ойоштороу комитетына 30 көн эсендә саралар планын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән.
Бына алда «Башинформ» Ишембай районы Ҡолғона ауылы урта мәктәбенә Ноғман Мусиндың исеме бирелеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика