12:44 (UTC+5), 14 Мая 2021

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының башланыуы тураһында белдерҙе

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Йома Өфөлә «АРТ-Ҡоролтай» беренсе мәҙәниәт форумында Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Көҙҙән башлап ауыл учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә 500 мең һумлыҡ тәүге 60 грант тапшырыла. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттары муниципалитеттарында ошо дәүләт ярҙамы прогаммаһын бик көтәләр.
Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «АРТ-Ҡоролтай»ҙың «Традицияларҙы һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ» пленар ултырышы бара. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакова, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, илдең Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, CIOFF президенты Филипп Боссан, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнаша.
«Артабан ҡайҙа табан йүнәлеш алыу һәм мәҙәниәтебеҙ хаҡында фекер алышыу өсөн бөгөн беҙ йылына бер тапҡыр Башҡортостанда, тап Өфөлә, төрлө дәүләттәр һәм Рәсәй субъекттары вәкилдәре менән осрашыу йолаһына нигеҙ һалабыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе барыһын да Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы. Республикала Фольклориада июлдең беренсе декадаһында була, был сара Рәсәйҙә тәүгә ойошторола.
Сығышының һуңында Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика